*Ҡамырға һыу менән иҙелгән картуф крахмалы өҫтәгеҙ – булка һәм бәлештәр ҡабарып бешә, икенсе көндә лә йомшаҡ була. Ондо һәр саҡ иләгеҙ: ул таҙарып ҡына ҡалмай, ә кислородҡа байый. *Бәлеш, ҡоймаҡ, икмәк ҡамырына (билмән, ҡатлы, печенье ҡамырынан башҡа) ярты литр шыйыҡлыҡҡа бер ҡалаҡ (өймәләм булһа ла ярай) маный ярмаһы өҫтәгеҙ – эре күҙәнәклек булғас, матур ҡабара, оҙаҡ кипмәй. *Ҡамырға һөттән тыш, минераль һыу ҙа өҫтәгеҙ. Бер балғалаҡ соданы ½ стакан һыуға болғатырға, лимон йәки уксус менән һүндерергә – шулай иткәндә ҡамыр уңа. *Ҡамыр ҡуйған бүлмәлә үтә һуҡҡан ел булмаҫҡа тейеш – ул бәлештең тышын ҡалынайтыуға сәбәп. *Әсетке менән яһалған ҡамырҙа бөтә ингредиенттар йылы булһын – яҡшы ҡабара. Шыйыҡса 30-30 градус йылы булмаһа, дрожжилағы бәшмәктәр әүҙемлеген юғалта. *Ҡамырҙы ҡоро ҡул менән баҫырға кәрәк. *Духовкаға ҡуйыр алдынан 15-20 минут тын алдырырға – шулай итмәгәндә насар ҡабара, бешмәй ыҙалата. *Ҡамырға иретелмәгән аҡ май ҡушыу отошло – тәмле була. *Һөт ҡушылған ҡамырлы бәлештәр