Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Гүзәл Уразова һабантуй үткәрә

Һуңғы ваҡытта йырсыларға Таиландтың йылы ҡояшы, зәңгәр диңгеҙе оҡшап ҡалды шикелле. Кемеһелер тай илдәрендә йорт һатып алһа, икенселәре концерт ойоштора, ә бына Гүзәл Уразова барыһын да уҙҙырып ебәреп, хәтәр шәп һабантуй гөрләтәсәк. Был хаҡта йырсы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсыһы Гүзәл Уразова 31 майҙа Пхукетта «Лотос Арена»ла һабантуй үткәрәсәк. Ижади ғаилә Таиландта ғаиләһе менән йыш ял итергә ярата, күрәһең, йырсы был юлы ял итеүселәргә шәп бүләк тә тәҡдим итмәксе - һабантуй үткәрәсәк. Әйткәндәй, Таиландта Элвин Грейҙың концерт ойошторғаны билдәле. Фото: Гүзәл Уразованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.