Найти в Дзене

Беҙҙе “ҡырағай башҡорттар” тип йөрөтәләр

Виталий Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. 2022 йылда ҡаланың Орджоникидзе районында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. “Мин Тыуған илгә ҡурҡыныс янағанда ситтә тороп ҡала алманым. Үҫеп килгән улыма ла өлгө күрһәтергә кәрәк икәнлеген яҡшы аңлайым”, - ти ул. “Кот” позывнойлы яугирҙең хәрби белеме юҡ. 2017-2018 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Себерҙә эшләй. “Бер саҡ Шайморатов исемендәге батальонға контрактниктар йыйыу тураһында иғланды күреп ҡалдым һәм һис икеләнеүһеҙ яҙылырға булдым. Хәрби хеҙмәт осоронда күп фронт юлдары аша үттем. Хеҙмәтте Херсон йүнәлешендә башланым, аҙаҡ Днепрҙың һул яҡ ярына күсерҙеләр, Лисичанск йүнәлешендә лә хеҙмәт иттем. Угледар ҡалаһы эргәһен штурмланыҡ, аҙаҡ Төньяҡ йүнәлешкә күстек, Торецк һәм Часов Яр ҡалаһы араһында хеҙмәт иттек. “Шайморатовсылар”ҙың эше етерлек. Был хаҡта күп һөйләргә мөмкин, – тип хәтерләй Виталий. – Хәҙер хәрби әҙерлек буйынса инструктормын. Полигонда яңы көстәрҙе күнектерәм. Яугирҙәрҙе яңы тактикаға өйрәтәм, айырым хәрби бурыстарҙы

Виталий Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. 2022 йылда ҡаланың Орджоникидзе районында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. “Мин Тыуған илгә ҡурҡыныс янағанда ситтә тороп ҡала алманым. Үҫеп килгән улыма ла өлгө күрһәтергә кәрәк икәнлеген яҡшы аңлайым”, - ти ул. “Кот” позывнойлы яугирҙең хәрби белеме юҡ. 2017-2018 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Себерҙә эшләй. “Бер саҡ Шайморатов исемендәге батальонға контрактниктар йыйыу тураһында иғланды күреп ҡалдым һәм һис икеләнеүһеҙ яҙылырға булдым. Хәрби хеҙмәт осоронда күп фронт юлдары аша үттем. Хеҙмәтте Херсон йүнәлешендә башланым, аҙаҡ Днепрҙың һул яҡ ярына күсерҙеләр, Лисичанск йүнәлешендә лә хеҙмәт иттем. Угледар ҡалаһы эргәһен штурмланыҡ, аҙаҡ Төньяҡ йүнәлешкә күстек, Торецк һәм Часов Яр ҡалаһы араһында хеҙмәт иттек. “Шайморатовсылар”ҙың эше етерлек. Был хаҡта күп һөйләргә мөмкин, – тип хәтерләй Виталий. – Хәҙер хәрби әҙерлек буйынса инструктормын. Полигонда яңы көстәрҙе күнектерәм. Яугирҙәрҙе яңы тактикаға өйрәтәм, айырым хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн әҙерләйем. Беҙ егеттәр менән һуғыштарҙа алған хәрби тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашабыҙ, улар төрлө ҡатмарлы хәлдә юғалып ҡалмаһын, әҙер булһын өсөн күнектерәбеҙ. Мин Башҡортостан егеттәрен генә түгел, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килгән контрактниктарҙы ла күнектерәм. Ваҡыт булғанда һәр кем үҙенең тыуған яғы хаҡында, ҡайҙа тыуып үҫеүе менән таныштыра. Күптәр беҙҙең республика менән яҡындан танышырға, һуғыш тамамланғандан һуң беҙгә килергә, мәҙәниәтебеҙ менән танышырға теләк белдерә. Башҡортостан егеттәренең баһаһы ҙур, уларҙы ҡыйыулыҡтары өсөн хөрмәт итәләр. Ысынлап та, беҙ фронтта батырлығыбыҙ, сыҙамлы булыуыбыҙ менән көслө абруй яуланыҡ. Беҙҙе шаяртып, “ҡырағай башҡорттар”, тип тә йөрөтәләр”, – тип йылмая яугир. Виталий хәрби бурыстарҙы яҡшы үтәгәне өсөн Жуков миҙалы, Суворов миҙалы, “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы, ”Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” һәм Шайморатов миҙалдары менән наградланған. Бынан тыш, ике тапҡыр Ҡаһарманлыҡ орденына һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим ителгән. “Мин уларҙың нимә өсөн, ниндәй батырлыҡ ҡылыуым өсөн бирелгәнен дә аныҡ ҡына әйтә алмайым. Сөнки яугирҙәргә ҡайһы саҡ көнөнә бер нисә тапҡыр батырлыҡ өлгөһө күрһәтергә тура килә. Тәүге наградамды – Жуков миҙалын яралы иптәшемде яу яланында ҡалдырмай ут аҫтынан алып сыҡҡаным өсөн биргәндәрен генә беләм”, – ти “Кот”. Шуныһын да әйтәйек, “Кот” Мәскәүҙә үткән Еңеү парадында ҡатнашыуы менән бик бәхетле. “Парадта ҡатнашыу өсөн байтаҡ яугирҙәрҙе һайлап алдылар. Әммә бындай юғары кимәлдәге сараға һәр кем дә эләгә алмай. Төрлө инстанцияларҙы үтергә, бөтә күрһәткестәргә яуап бирергә тейешһең. Минең өсөн иң мөһиме үҙебеҙ яҡлаған Тыуған илебеҙҙең йөрәге булған Ҡыҙыл майҙан аша марш менән атлағанда дүрт һуғышты үткән олатайымды хәтергә алыу, ветерандарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү булды. Беҙгә нәфрәт, үс тотоусыларҙың да Еңеү парадын ҡарауына һис шикләнмәйем. Беҙҙең ниндәй көслө, берҙәм булыуыбыҙҙы күргәндәрҙер әле!”– ти батыр яҡташыбыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төр льгота ҡаралған. Фото: яугирҙең шәхси архивынан.