Ошо проблеманы күтәреп, Башҡортостандан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошолай яҙып сыҡты: "Һуңғы биш йылда беҙ балаларына алимент түләүҙән ҡасҡан өсөн язаны ҡатыландырыу буйынса бер нисә закон ҡабул иттек. Беҙ алимент түләүҙең ҙур булмаған суммаһы бурыслыны административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырмау өсөн нигеҙ була алмай тип аныҡ билдәләнек. Ул бала алдындағы бурысын тулыһынса ҡаплаған осраҡта ғына язанан азат ителә ала. Элек алимент буйынса бурысты түләүҙең ҙур булмаған суммаһы уны яуаплылыҡҡа тарттырыуҙан баш тартыу өсөн нигеҙ була алды. Бындай ата-әсәләрҙе балаларын ҡарауға мәжбүр итеү өсөн беҙ 2024 йылдың 29 майында 114-се федераль закон ҡабул иттек, ул алимент буйынса бурыслылар реестрын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Был реестрға балаларына һәм оло йәштәге ата-әсәләренә алимент түләүҙән баш тартҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылған йәки эҙләүҙә булған кешеләр индереләсәк. Документ асыҡ буласаҡ һәм унда