Башҡортостан халҡы 100-ләгән программа буйынса белемен камиллаштыра ала. Улар барыһы ла урындағы хеҙмәт баҙары талаптарына яуап бирерлек итеп әҙерләнгән. "Кадрҙар" милли проектына (национальный проект «Кадры») ярашлы үткәрелгән уҡыуҙарҙа ҡатнашыуға 510 кеше ғариза биргән. БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, кадрҙар буйынса күҙаллауҙарға ҡарағанда, беҙҙең республикала, тотош илдә лә, квалификациялы эшселәргә ихтыяж ҙур. IT, электр энергияһы, төҙөлөш тармаҡтарына белгестәр әҙерләү программалары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Исемлектә шулай уҡ машинистар, слесарлыҡ һөнәрҙәре, төрлө ҡорамалдар операторҙары, агрономдар, техник-механиктар һәм башҡалар бар. Декрет ялында ултырған, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалары булған әсәйҙәр, пенсия алды йәшендәге өлкәндәр яңы һөнәргә бушлай уҡый ала. Милли проект программалары буйынса эшһеҙҙәр генә түгел, ә карьера үҫешенә ынтылғандар йә килемен арттырырға теләгәндәр ҙә уҡый ала. Бының өсөн "Работа России" порталына инеп, ғариза ҡалдырырға һәм кадрҙар үҙәгендә профориентация үтергә мөмкин. Белгестәр уҡыу программаһын, шулай уҡ урынын һәм уҡыу тәртибен һайларға ярҙам итә. Әҙерлек үтеүсе әңгәмәләшеү ваҡытында уҡ эш биреүсене һайлап, килешеү төҙөү мөмкинлегенә лә эйә була.Фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/722652/?ysclid=mapro1cajh734775032