Башҡортостандан 67 йәшлек пенсионерка Өфөләге “Именлек” геронтология үҙәгендә мөхәббәтен осратҡан. Унда осратҡан ир менән үҙе күптән хыял иткәнсә ғаилә төҙөгәндәр. Назалия Ғимаева ғүмере буйы Свердловскиҙа заводта эшләгән. Пенсияға сыҡҡас тыуған ауылына ҡайтҡан. Уның балалары ла, яҡын туғандары ла юҡ. Өлкәнәйә барған һайын һаулығы ла нығыраҡ ҡаҡшағас, социаль хеҙмәткәрҙәр уны үҙ ҡарамағына алған. Тәүҙә уға өйҙә ярҙам итеүсе кеше табып бирәләр, һуңғараҡ инде ҡарттар йортона күсерәләр. Бында ул үҙенән өс йәшкә кесе Фларис Ғибәҙуллинды осрата. Ир Салауат районынан, ғүмере буйы водитель булып эшләгән. Уларҙың бергә йәшәүенә өс йыл инде. Бер-береһенең ҡәҙерен белеп, оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ.