Найти в Дзене

60 мең һум күсерҙе

Ҡыйғы районында тыуып үҫкән махсус хәрби операция яугире, район советы депутаты Айрат Низаметдинов ғаилә үҙәктәрендә тәрбиәләнеүселәргә ярҙамға 60 мең һум аҡса күсерҙе, тип хәбәр итә “Наши Киги” гәзите. Был аҡса балаларҙың “Патриот” хәрби-илһөйәрлек парк сараларында һәм хәрби-тарихи проекттарҙа ҡатнашыуына тотоноласаҡ. Айрат, күп балалы атай булараҡ, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам итеүҙе мөһим эш тип ҡарай, улар республиканың һәм илдең лайыҡлы граждандары булып үҫһен өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк, тип иҫәпләй. “Патриот” паркы – тап көс, аҡыл ала торған, Ватанға һөйөү тойғолары уята торған урын ул”, – тип билдәләне Айрат Низаметдинов. Фото: “Наши Киги” гәзите.