14 майҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ойошторған “Тыуған йорт йылыһы” федераль проектын асыу тантанаһы үтте. Проекттың төп бурыстары – тарихи хәтерҙе һаҡлау, традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе популярлаштырыу, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн ижади үҫеш шарттарын булдырыу. Ҡурсаҡ театрында федераль проект саралары теҙмәһе үтте. Беренсе көндә Башҡортостан театры “Озеро заколдованного коня” спектаклен күрһәтте, уны РФ-тың атҡаҙанған артисы Ольга Шәрәфетдинова ҡуйҙы. Был тамашаны Рәсәйҙең “Алтын битлек” милли премияһының эксперт комиссияһы илдәге иң яҡшы спектаклдәр иҫәбенә һәм “Иң яҡшы рәссам эше” номинацияһына индергән (рәссамы – Наталья Бирюкова). Аҙаҡтан спектакль буйынса фекер алышыу булды. Бөгөн, 15 майҙа, Өфөлә Тула өлкә йәш тамашасылар театры сығыш яһай. Коллектив “Сказание о Петре и Февронии” спектаклен тәҡдим итә, ул XVI быуаттағы “Повесть о Петре и Февронии Муромских” әҙәби әҫәренә нигеҙләнеп эшләнгән. 16 майҙа