Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғәскәровсылар Запорожье өлкәһендә гастролдә булды

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Запорожье өлкәһенең Бердянск һәм Мелитополь ҡалаларында тамашасыларға байрам яһаны. Мәшһүр ансамбль “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” программаһын тәҡдим итте. Сәхнәгә башҡорт хореографияһының легендар бейеүҙәре – “Ете ҡыҙ”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Шаян ҡыҙҙар” сыҡты. Ҡалмыҡ, коряк, хорезм, белорус халыҡ бейеүҙәре һәм башҡа композициялар ҙа тамашасы күңеленә ятты. Программала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған хореография сығыштары айырым урын алып тора. Бында – ғәйрәтле “Төньяҡ амурҙары”, дәртле “Берлиндан ҡайтып килгәндә” һәм ижади миҙгелдең сағыу премьераһы – “Шаян егеттәр” хореографик композицияһы. Һуңғыһына “В бой идут одни "старики"” фильмы илһам сығанағы булған. Тамашасылар мөхәббәт, батырлыҡ һәм юморға ҡоролған тарихтарҙы йотлоғоп ҡараны, алҡыштарға күмде. Запорожье тамашасылары концерттан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Данлы ансамблгә ҡыйыулығы, беҙҙең өлкәгә килеп сығыш яһағаны өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Запорожье өлкәһенең Бердянск һәм Мелитополь ҡалаларында тамашасыларға байрам яһаны. Мәшһүр ансамбль “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” программаһын тәҡдим итте. Сәхнәгә башҡорт хореографияһының легендар бейеүҙәре – “Ете ҡыҙ”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Шаян ҡыҙҙар” сыҡты. Ҡалмыҡ, коряк, хорезм, белорус халыҡ бейеүҙәре һәм башҡа композициялар ҙа тамашасы күңеленә ятты. Программала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған хореография сығыштары айырым урын алып тора. Бында – ғәйрәтле “Төньяҡ амурҙары”, дәртле “Берлиндан ҡайтып килгәндә” һәм ижади миҙгелдең сағыу премьераһы – “Шаян егеттәр” хореографик композицияһы. Һуңғыһына “В бой идут одни "старики"” фильмы илһам сығанағы булған. Тамашасылар мөхәббәт, батырлыҡ һәм юморға ҡоролған тарихтарҙы йотлоғоп ҡараны, алҡыштарға күмде. Запорожье тамашасылары концерттан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Данлы ансамблгә ҡыйыулығы, беҙҙең өлкәгә килеп сығыш яһағаны өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Һоҡланыу – ошо тойғо ташламаны беҙҙе! Донъя халыҡтарының бай традицияларын, халыҡ бейеүенең рухын, Тыуған илгә һөйөүҙе ялҡынлы бейеү хәрәкәттәре аша сағылдыра алған виртуоздарға ҙур рәхмәт! – ти Елена Федорова. “Запорожье тамашасылары һәр сығышты бик йылы ҡабул итте. Уларҙың сәнғәткә һыуһағаны күренеп тора. Әлеге ҡатмарлы ваҡытта был айырыуса мөһим”, – ти ансамбль директоры Нәзир Байегетов.