Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Мәктәп 21"-гә уҡыусылар ҡабул итеү башланды

Өфөлә “Мәктәп 21” Һаҡлыҡ банкының һанлы технологиялар мәктәбенә ҡабул итеү дауам итә, унда 18 йәштән өлкән теләгән һәр кем бушлай кәрәкле IT-һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә. Мәктәпкә инеү элекке белемдәренә, эш тәжрибәһенә, программалау оҫталығына һәм дипломдарҙың булыуына бәйле түгел. Һайлап алыу “бассейны” 2 июндә башлана, ғаризаны сайтта бирергә мөмкин. “Бассейн” ға (мәктәптә һайлап алыу этабын шулай тип атайҙар) инеү өсөн ҡатнашыусыларға онлайн-хәтер һәм логика уйындарын үтергә, шулай уҡ мәктәп тураһында видео ҡарарға кәрәк. Һайлап алыу этабы 2 июндә башлана һәм 26 көн дауам итә. Был ваҡыт эсендә ҡатнашыусылар практик мәсьәләләрҙе хәл итәсәк, программалау телен өйрәнәсәк һәм һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшылары төп уҡыуға эләгәсәк. “Мәктәп 21”-ҙең тағы бер үҙенсәлеге – практикаға баҫым яһау. Ҡатнашыусылар мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге реаль кейстарҙы хәл итә, ә һуңынан ИТ-бизнеста мотлаҡ өс айлыҡ стажировка үтә. Ҡағиҙә булараҡ, был этапта ҡатнашыусыларҙың күбеһе эшкә урынлашыу тураһында тәҡдимдәр ала. “Мәктәп 21” кампусы Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32/2б адресы буйынса донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусы бинаһында урынлашҡан. Ғаризаны һылтанма аша үтеп, бирергә мөмкин: https://21-school.ru/?utm_source=pr&utm_medium=smi&utm_campaign=mincifra&utm_content=post_pravdann Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.