Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Халыҡ-ара ғаилә көнө менән!

Бөгөн республикабыҙҙа йәшәгән һәр ғаиләне матур, мөһим һәм һәр беребеҙҙе берләштереүсе байрам менән ҡотлайбыҙ. Ғаилә - ул йәшәү мәғәнәһе, таяныс, йолалар һәм яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыусы сығанаҡ. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда бер миллиондан ашыу ғаилә йәшәй. Уларҙың 472 меңе - балалары булған ғаиләләр. 59 меңе – күп балалы ғаиләләр. Был – Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урын. Башҡортостандағы һәр өсөнсө сабый күп балалы ғаиләлә тыуа. Башҡортостандағы етем балаларҙың 93,9 проценты ғаиләлә йылылыҡ тапҡан. Был - 9093 бала. 9501 ғаиләгә бала тәрбиәләүҙәге ҡаҙанышы өсөн дәүләт наградалары тапшырылған. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.