Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Рәсәйҙә дропперҙарға ҡаршы көрәш буйынса яңы сара эшләй башланы

Рәсәйҙә дропперҙарға ҡаршы көрәш буйынса яңы сара эшләй башланы. Мутлашыусыларға урланған аҡсаны йәки аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерергә ярҙам итеүселәрҙе шулай атайҙар. "15 майҙан дропперҙар үҙҙәренә һәм башҡа кешеләргә айына 100 мең һумдан ашыу күсерә алмай, - тип аңлатма бирә Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе эксперты Рәмил Нәсибуллин. - Дропперҙар тураһында мәғлүмәт Рәсәй Банкының мәғлүмәт базаһында һаҡлана һәм коммерция банктарына тапшырыла. Һуңғылары был клиенттарға күсереүҙәрҙе сикләргә хоҡуҡлы һәм, әгәр бындай мәғлүмәт Рәсәй Банкына хоҡуҡ һаҡлау органдарынан килеп етһә, картаны һәм онлайн-банк хеҙмәттәренә инеүҙе тулыһынса блокировкаларға бурыслы".

Рәсәйҙә дропперҙарға ҡаршы көрәш буйынса яңы сара эшләй башланы. Мутлашыусыларға урланған аҡсаны йәки аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерергә ярҙам итеүселәрҙе шулай атайҙар.

"15 майҙан дропперҙар үҙҙәренә һәм башҡа кешеләргә айына 100 мең һумдан ашыу күсерә алмай, - тип аңлатма бирә Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе эксперты Рәмил Нәсибуллин. - Дропперҙар тураһында мәғлүмәт Рәсәй Банкының мәғлүмәт базаһында һаҡлана һәм коммерция банктарына тапшырыла. Һуңғылары был клиенттарға күсереүҙәрҙе сикләргә хоҡуҡлы һәм, әгәр бындай мәғлүмәт Рәсәй Банкына хоҡуҡ һаҡлау органдарынан килеп етһә, картаны һәм онлайн-банк хеҙмәттәренә инеүҙе тулыһынса блокировкаларға бурыслы".