Найти в Дзене

Өфө ғалимдары грант алды

Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ғалимдары “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты буйынса грантҡа эйә булды. Был хаҡта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә. Грант өс йылға бирелә. Аҡса мал аҙығы һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары өсөн селекция-орлоҡсолоҡ үҙәген булдырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелә. Шулай уҡ ғалимдар өҫтәмә финанслау йәлеп итергә һәм Волга буйы һәм Урал федераль округтарының агросәнәғәт комплексы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекттың төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Ошоноң ярҙамында ил бөтә кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк. Билдәле булыуынса, “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү“ (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) милли п

Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ғалимдары “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты буйынса грантҡа эйә булды. Был хаҡта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә. Грант өс йылға бирелә. Аҡса мал аҙығы һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары өсөн селекция-орлоҡсолоҡ үҙәген булдырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелә. Шулай уҡ ғалимдар өҫтәмә финанслау йәлеп итергә һәм Волга буйы һәм Урал федераль округтарының агросәнәғәт комплексы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекттың төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Ошоноң ярҙамында ил бөтә кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк. Билдәле булыуынса, “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү“ (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: gtrk.tv