Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән бөтәһе 650 педагогты йыйған сараға Бөрйәндән район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Миңлегөл Миңлеғәли ҡыҙы Ғәлиуллина етәкселегендәге делегация барҙы. Съезда ҡатнашыусылар "Аҡбуҙат", "Гөлөстан", "Һомай", "Иҙел", "Самрау", "Урал батыр", "Шүлгән", "Аҫылташ","Йәншишмә" исемле тематик майҙансыҡтарҙа башҡорт телен һаҡлау, телде һанлаштырылған ҡушымталар аша өйрәтеү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү һорауҙары буйынса фекер алышты. -Һөнәрҙәштәребеҙ менән аралашыу, уларҙың эш тәжрибәһе менән танышыу, спикерҙарҙың йөкмәткеле сығыштары - былар барыһы ла артабан янып эшләргә, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерергә, яңы идеялар менән янырға дәрт һәм илһам өҫтәй, ҡанатландыра, рухландыра, яңы бейеклектәргә әйҙәй. Эшлекле шарттарҙа үткән, мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән съездан һуң, күңелебеҙҙә киләсәктә сара ҡарарҙары нигеҙендә яҡшы, маҡсатлы эштәр баш
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте
14 мая 202514 мая 2025
~1 мин