Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөлә ҙур турнир старт алды

14 майҙа Өфөнөң "Ватан" паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров X Халыҡ-ара ярыштарҙы асыу тантанаһында ҡатнашты. Турнир республиканың баш ҡалаһында икенсе тапҡыр старт алды. Быйыл ул Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан, Камерундан, Чехиянан һәм Австриянан 90 спортсыны берләштерҙе.Ярыштар башланыр алдынан Радий Хәбиров заманса янғын һүндереү һәм авария-ҡотҡарыу техникаһы өлгөләре күргәҙмәһен ҡараны. *** Башҡортостан Башлығы бөтә ҡатнашыусыларҙы халыҡ-ара ярыштарҙың асылыуы менән ҡотланы, спортсыларға уңышлы старттар һәм лайыҡлы еңеүҙәр теләне.– 2022 йылда Өфө Янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итте һәм федераль кимәлдә юғары баһа алды. Бөгөн бында Рәсәйҙең, Белоруссияның, Үзбәкстандың, Ҡаҙағстандың иң көслө спортсылары, шулай уҡ башҡа илдәрҙең вәкилдәре йыйылды. Беҙ һеҙҙе Башҡортостандың ҡунаҡсыл ерендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ, – тине Радий Хәбиров. - Ғәҙәттән тыш хәл урынына һәр сәфәрегеҙ ваҡытында күнекмәләрҙә камиллаштырылған белемдәр

14 майҙа Өфөнөң "Ватан" паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров X Халыҡ-ара ярыштарҙы асыу тантанаһында ҡатнашты. Турнир республиканың баш ҡалаһында икенсе тапҡыр старт алды. Быйыл ул Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан, Камерундан, Чехиянан һәм Австриянан 90 спортсыны берләштерҙе.Ярыштар башланыр алдынан Радий Хәбиров заманса янғын һүндереү һәм авария-ҡотҡарыу техникаһы өлгөләре күргәҙмәһен ҡараны. *** Башҡортостан Башлығы бөтә ҡатнашыусыларҙы халыҡ-ара ярыштарҙың асылыуы менән ҡотланы, спортсыларға уңышлы старттар һәм лайыҡлы еңеүҙәр теләне.– 2022 йылда Өфө Янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итте һәм федераль кимәлдә юғары баһа алды. Бөгөн бында Рәсәйҙең, Белоруссияның, Үзбәкстандың, Ҡаҙағстандың иң көслө спортсылары, шулай уҡ башҡа илдәрҙең вәкилдәре йыйылды. Беҙ һеҙҙе Башҡортостандың ҡунаҡсыл ерендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ, – тине Радий Хәбиров. - Ғәҙәттән тыш хәл урынына һәр сәфәрегеҙ ваҡытында күнекмәләрҙә камиллаштырылған белемдәр, фиҙакәрлек, сыҙамлыҡ, яйға һалынған команда эше беренсе планға сыға. Бөгөн ғәҙел көрәштә иң яҡшылар үҙҙәренең оҫталығын, сыҙамлығын һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтер, тип ышанам.*** Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы кәңәшсеһе, генерал-майор Даниил Мартынов, ярыштар үткәреү өсөн Өфөнө һайлау Башҡортостандың юғары ҡаҙаныштарын һәм янғын-ҡотҡарыу спортын үҫтереүгә индергән өлөшөн раҫлай, тип билдәләне.Халыҡ-ара янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар спорт федерацияһы директоры Андрей Калинин үҙенең сығышында ярыштарҙың ҡатнашыусы илдәр араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытырға тейешлеген билдәләне. - Был турнир берҙәмлек һәм спорт оҫталығы байрамына әүереләсәк, - тине Андрей Калинин. - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына, Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм шәхсән республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа йылы ҡабул иткәне өсөн рәхмәт белдерәм.Рәсәй Янғын-ҡотҡарыу спорты федерацияһы президенты Сергей Кудинов халыҡ-ара ярыштар үткәреүҙең тарихи әһәмиәте тураһында һөйләне һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ошо йүнәлеште үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн иҫтәлекле плакетка тапшырҙы.***Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы саранан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. - Был ысын ирҙәр спорты, әммә бында ҡыҙҙар ҙа ярыша. Уны республикала популярлаштырасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, был ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеү өсөн яҡшы белгестәр әҙерләү өсөн кәрәкле сара.Фото: glavarb.ru