14 майҙа Өфөлә "Салауат Юлаев" хоккей клубы уйынсыларына һәм тренерҙар штабына Континенталь хоккей лигаһының бронза миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024/25 йылғы уйын миҙгелендә Өфө командаһы, Гагарин кубогының ярымфиналында сығыш яһап, бронзаға өлгәште. Беҙҙекеләр Ярославлдең "Локомотив"ынан еңелеп, плей-офтан төшөп ҡалғайны. Радий Хәбиров уйынсыларҙы, тренерҙарҙы ҡотланы һәм быйылғы миҙгелдең Башҡортостанда йәшәүселәрҙең күбеһе өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне. – Беҙ һеҙҙең менән йыл буйына ошо һөҙөмтәгә ынтылдыҡ: ышандыҡ, "көйҙөк", көттөк. Хоккейсыларға, тренерҙар штабына һәм клуб етәкселегенә ҙур хеҙмәт өсөн рәхмәт. Шуныһы мөһим: команда меңәрләгән малай һәм ҡыҙҙарҙы спортҡа йәлеп итеүгә илһамландыра, – тине Радий Хәбиров.Шулай уҡ төбәк етәксеһе "Башнефть" компанияһына Өфө командаһына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уйынсыларҙың был ярҙамды тойоуын билдәләне.КХЛ-дың хоккей операциялары буйынса вице