Бөгөн Темәс мәҙәниәт йортонда БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу үтте. Халыҡҡа ул "Бөйрәкәй" роман-эпопея авторы булараҡ киң билдәле. Уның әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» тулы метражлы фильмы, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» спектакле, "Китмәгеҙ, торналар!” драмаһы халыҡ күңелен яуланы. Бихисап хикәйәләр, повестар, сәхнә әҫәрҙәре авторы Т.Ғарипова бөгөн ижад емештәрен томдарға туплау менән шөғөлләнә. Әҙәбиәт кисәһенә Таңсулпан Хисбулла Ғарипованың ижадына һоҡланған, табынған, ғашиҡ булған тамашасы йыйылды. Кисә йыр- бейеү менән үрелеп барҙы. Хөрмәт иткән әҙибәнең үҙе менән аралашып, ҡултамғаһы менән китаптар һатып алыу мөмкинлеге лә булды. "Килгән ҡунаҡтарға һәм туғандарыма рәхмәт! Минең йәнемде йылытыусы һеҙ, уҡыусыларым. Ижад кешеһенә халыҡтың, һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙҙе белеү мотлаҡ, шунһыҙ ижад туҡтап ҡала", - тип Т. Ғарипова Темәс халҡы менән осрашыуҙан һуң Түбә мәктәбенә осрашыуға юл тотто.
Бөгөн Темәс мәҙәниәт йортонда БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу үтте
14 мая 202514 мая 2025
~1 мин