Отпускыға үҙең менән аптечка алыу зарур. Ниндәй дарыуҙар алырға кәрәклеге хаҡында Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре аңлата. Һәр ваҡыт кәрәкле дарыуҙар: - ауыртыуҙы баҫыусы һәм температура төшөрөүсе; - аллергияға ҡаршы препараттар. Антигистаминдарҙың икенсе быуынға ҡарағанын һайлағыҙ – улар хәүефһеҙерәк тип һанала һәм тиҙерәк тәьҫир итә; - һалҡын тейеүҙән һәм киҙеүҙән дарыуҙар: танауға һалыу өсөн тамсылар, спрейҙар һәм тамаҡты дауалаусы һурғыс кәнфиттәр; - ағыуланыуҙан һәм аш һеңдереүсе препараттар: сорбенттар токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә, ферменттар ризыҡты яҡшыраҡ үҙләштереү өсөн кәрәк; - антисептиктар һәм яра бәйләү өсөн материалдар: йод йәки зеленка, пластырь, бинт; - имгәнгәндә кәрәк буласаҡ препараттар: ауыртыуҙы баҫыусы май, йәрәхәткә һөртөү өсөн гель; - медицина приборҙары: термометр, ҡан баҫымын үлсәү өсөн тонометр, яҡындарығыҙҙың берәйһе диабет менән ауырыһа – глюкометр. Өҫтәмә кәңәштәр: - шәхсән үҙегеҙ ҡулланған дарыуҙы онотмағыҙ – даими рәүештә ниндәйҙе