5-6 июндә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” 5-се Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы уҙғарыла. Быйыл сара илдең билдәле ҡатын-ҡыҙҙарын: эксперттарын, эшҡыуарҙарын, артистарын, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен йәлеп итәсәк. Спикерҙар һәм ҡунаҡтар исемлегендә психология фәне докторы, эмоциональ интеллектты үҫтереү буйынса методика авторы Виктория Шиманская, “Ҡатын-ҡыҙ ҡарашы” фонды президенты Вероника Пешкова, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Анита Цой, Wildberries-ға нигеҙ һалыусы, илдең уңышлы эшҡыуарҙарының береһе Татьяна Ким, билдәле телевизион алып барыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Арина Шарапова, Рәсәйҙең әйҙәүсе FDM-терапевы Начин Монгуш бар. 5 июндә ҡатнашыусыларҙы лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре рәүешендә эшлекле программа көтә. Шулай уҡ “Геройҙар дәүере”, “Демография һәм ғаилә”, “Мәҙәни код: донъя тенденциялары” тигән темаларға дискуссиялар уҙғарыла. Кисә “Мин – бәхет! Тәрән сағылыш” тигән спектакль менән тамамланасаҡ. 6 июндә лә бер нисә майҙансыҡ эшләйәсәк. Шулай уҡ табиптар һ