Фирдус Темәев яңыраҡ үҙенең хәле – яман сире асыҡланыуы тураһында яҙғайны. Уға өҫтәп тағы бер видео яҙҙырған. -Сәләм, дуҫтар! Бөгөн көнө буйы миңә дуҫтар, туғандар телефондан шылтырата, хәлемде белешә, интернет аша хаттар яҙа. Мине дауаханала ята тип тә, инде үлтереп тә ҡуйғандар. Минең барыһы ла яҡшы. Кеше ауырымай тормай. Онкология ике кешенең берендә бар. Уның яманы һәм еңел үтә торғаны була. Аллаға шөкөр, миндә еңел үтә торғаны булып сыҡты. Дауалана башланым, барыһы ла яҡшы. Ҡайғыртҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Үҙегеҙҙе һаҡлағаҙ, йылына бер тапҡыр булһа ла тикшерелеп тороғоҙ. Йырлайһы йырҙар, күрешәһе көндәр алда әле. Иҫән-һау булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Мин һеҙҙе “просто люблю”. Аллаһ бирһә, бирешмәбеҙ! Ысын күңелдән рәхмәт һеҙгә! - ти ул видеояҙмала. Фото видеонан скриншот.