Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

“Санчо” махсус хәрби операция зонаһына 2023 йылда юлланған

“Санчо” махсус хәрби операция зонаһына 2023 йылда юлланған. Луганск яғында штурмлаусы булып хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта. Һамар өлкәһенең Рощинск ҡасабаһында 3 ай хәрби әҙерлек үткәндән һуң, Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итә ул. -Йәшәйеш өсөн кәрәкле шарттар булдырырға тырышабыҙ. Ашарға һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙың, ҡоралдарҙың барыһы ла етә. Блиндажда 4-5 кеше йәшәйбеҙ. Гуманитар ярҙам Бөрйәндән, Әбйәлилдән, Баймаҡтан, Өфөнән, Шишмәнән килә. Тыуған илде һаҡлау – һәр ир-егеттең бурысы. Был ваҡиғаларҙан ситтә ҡалырға теләмәнем. Үҙ көсөмдө һынап ҡарарға уйланым. Беҙ, олораҡтар, йәштәргә белгәндәребеҙҙе өйрәтергә тырышабыҙ, - тип ҡыҫҡаса хәлдәрен бәйән итте яугир. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы өсөн “Батырлыҡ”, “Генерал Шайморатов” миҙалдары менән наградланған. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялында беҙҙең менән аралашыу өсөн ваҡыт тапҡан яугир әле отпускынан һуң кире МХО-ға юлланды. Уның һәм барлыҡ яугирҙарҙың еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу

“Санчо” махсус хәрби операция зонаһына 2023 йылда юлланған. Луганск яғында штурмлаусы булып хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта.

Һамар өлкәһенең Рощинск ҡасабаһында 3 ай хәрби әҙерлек үткәндән һуң, Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итә ул.

-Йәшәйеш өсөн кәрәкле шарттар булдырырға тырышабыҙ. Ашарға һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙың, ҡоралдарҙың барыһы ла етә. Блиндажда 4-5 кеше йәшәйбеҙ. Гуманитар ярҙам Бөрйәндән, Әбйәлилдән, Баймаҡтан, Өфөнән, Шишмәнән килә.

Тыуған илде һаҡлау – һәр ир-егеттең бурысы. Был ваҡиғаларҙан ситтә ҡалырға теләмәнем. Үҙ көсөмдө һынап ҡарарға уйланым. Беҙ, олораҡтар, йәштәргә белгәндәребеҙҙе өйрәтергә тырышабыҙ, - тип ҡыҫҡаса хәлдәрен бәйән итте яугир.

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы өсөн “Батырлыҡ”, “Генерал Шайморатов” миҙалдары менән наградланған.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялында беҙҙең менән аралашыу өсөн ваҡыт тапҡан яугир әле отпускынан һуң кире МХО-ға юлланды.

Уның һәм барлыҡ яугирҙарҙың еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.