Ул нефть-газ һәм тау сәнәғәте өсөн ҡорамалдар - металл конструкциялар, шулай уҡ төрлө тәғәйенләнештәге стационар һәм мобиль комплекстар эшләүҙә һәм сығарыуҙа махсуслаша. 2010 йылда булдырылған предприятие ете йылдан һуң "Бәләбәй" йылдам үҫеш биләмәһенең беренсе резиденты була. Был производствоны үҫтереүгә, шул иҫәптән инфраструктура объекттарын берлектә финанслау форматында ярҙам алырға мөмкинлек бирә. Шулай итеп, производство биналарының дөйөм майҙаны 10 мең квадрат метрға тиклем арта. Төбәк етәксеһе төп технологик участкаларҙы ҡараны һәм сығарылған ҡорамалдар өлгөләре менән танышты. "АММА" предприятиеһы директоры Михаил Антонов штатта 300-ҙән ашыу белгес эшләүе хаҡында һөйләне. Башҡортостан Башлығы предприятие үҫешенең яҡшы динамикаһын билдәләне һәм уның етәкселеге менән производствоны артабан киңәйтеү пландарын тикшерҙе.- "АММА" компанияһы ҙур булмаған майҙансыҡтан йыллыҡ әйләнеше ике миллиард һумдан ашыу булған етди производство комплексына тиклем үҫкән. Иң мөһиме, предприятие эре нефть һәм газ компанияларын продукция менән тәьмин итә. Бында бик ҡатмарлы изделиелар етештерелә, - тине Радий Хәбиров. - Коллективтың бер урында тормауы, бик яҡшы эшләүе мөһим. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн уларҙы "Сәнәғәт сәғәте" йәки "Инвестиция сәғәте"ндә тикшерергә әҙербеҙ.Фото: glavarb.ru