14 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинаты майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе уның етештереү мөмкинлектәре менән танышты һәм йомшаҡ сыр етештереү цехын асыуҙа ҡатнашты. Предприятиеға 1932 йылда нигеҙ һалынған. Комбинатта барыһы 700 белгес эшләй. 2023 йылда бында йомшаҡ сырҙар цехын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлайҙар. Ошо йүнәлештә йылына өс мең тоннаға тиклем әҙер продукция сығарыу планлаштырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Радий Хәбиров яңы производство төҙөлөшөнә тәүге нигеҙ ташын һалыу тантанаһында ҡатнашҡайны. Башҡортостан Башлығы коллективты, инвесторҙарҙы яңы цех асылыуы менән ҡотланы һәм республика предприятиеның башланғыстарын һәр ваҡыт хупларға әҙер булыуын билдәләне. - Бәләбәй һөт комбинаты - төбәгебеҙҙең ғорурлығы. Предприятие бик күп кешеләрҙең берлектәге эше ярҙамында уңышлы үҫешә. Бергәләп эш урындары булдырыуҙы дауам иткән сит ил инвесторҙарыбыҙға рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. - Республиканың Ауыл хужалығы министрлығына, муниципалитеттың идара итеү командаһына комбинатҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм. Шуныһы мөһим: бында эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, ә беҙҙең халыҡ илдә иң яҡшы сыр һатып аласаҡ.Предприятиеның генераль директоры Евгений Линкевич республика етәкселегенә емешле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.Тантаналы сара аҙағында Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинаты хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. ***Артабан Башҡортостан Башлығы яңы цехты ҡараны һәм предприятие етәкселеге менән артабанғы үҫеш буйынса пландарҙы тикшерҙе. - Бында ҙур күләмдә йомшаҡ сырҙар сығарыла башлаясаҡ. Яңы производствоны башлау өсөн предприятие сит ил инвестицияларын йәлеп итә. Ошоноң ярҙамында комбинат алдынғы сит ил технологияларын ҡулланды. Былар барыһы ла республикабыҙ һәм тотош ил өсөн уникаль аҙыҡ-түлек етештерергә мөмкинлек бирә, – тине Радий Хәбиров. - Алда - инфраструктураны яҡшыртыу, ҡеүәттәрҙе арттырыу, ассортиментты киңәйтеү буйынса яңы пландар. Предприятиены артабан да үҫтерәсәкбеҙ.Фото: glavarb.ru