Дүртөйлө районының Ташйылға ауылы халҡы Бөйөк Еңеү көнөн лайыҡлы ҡаршыланы – ҙур сара үткәрҙе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, ошо ауылдан сыҡҡандарҙың исемдәрен иҫкә төшөрҙөләр. 2023 йылда ауыл халҡы Ватан өсөн көрәшкән ауылдаштарының исемдәре менән монумент төҙөгән. Байрам сараһында Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Сергей Мережко, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы командирының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, подполковник Рөстәм Шаһабетдинов ҡатнашты. – Ошондай матур май көнөндә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында һеҙҙең арала булыуыма бик шатмын. Бындай сараларҙы барлыҡ ауылдарҙа үткәрәбеҙ. Беҙҙә 60-тан ашыу ауылда ошондай һәйкәлдәр, обелисктар бар. Беҙҙең бурыс – уларҙы тәрбиәләп, яҡшы хәлдә тоторға тейешбеҙ. Ошондай байрам көндәрендә генә таҙартып торорға тейеш түгелбеҙ, тәрбиәләү эше даими алып барылырға тейеш, сөнки был Тыуған илебеҙҙе һаҡлап һәләк булғандар тураһында хәтер урыны. Районда ике ветераныбыҙ иҫән, тағы л