Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы булышлығы менән республикабыҙҙа йәшәүселәр, аҙ килемле тип танылған ғаиләләр үҙ эшен аса ала. Был механизм Башҡортостанда 2020 йылдан тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Йәшәү именлеген күтәреү, өҫтәмә килем сығанаҡтарын формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат митеп ҡуя “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект "Кадры"). - Гражданин соцконтрактта күрһәтелгән барлыҡ пункттарҙы үтәргә тигән йөкләмә ала. Программаға ярашлы 350 мең һумға тиклем аҡсаны эште асыу өсөн генә түгел, булған бизнесты үҫтереү өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Былтыр бындай мөмкинлектән 1211 кеше файҙаланды. Быйыл йыл башынан эшҡыуарҙар рәтен республикабыҙҙың тағы ла 316 кешеһе тулыландырҙы, - тине Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Әйтергә кәрәк, иң йыш осраған эшмәкәрлек тегеү ательеһы, матурлыҡ салоны, бухгалтерия, мәғариф, юридик хеҙмәттәр менән б