12 майҙа Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан В.И. Ленин паркы ябылды, сөнки унда төҙөкләндереү эштәре башланды. 2025 йылға план буйынса ағастарҙы нығытыу, күп йыллыҡ ҡыуаҡтар ултыртыу, коммуникацияларҙы алмаштырыу, юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. Парк 2026 йылдың 11 октябренә асылырға тейеш. Яңыраҡ Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ултырышында республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса В.И. Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт күҙәтеүенең ваҡытлыса эшсе төркөмө составы раҫланды. Эшсе төркөм етәксеһе итеп Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов раҫланды. Паркты реконструкциялау буйынса эштәр барышын әҙерлек эштәре башланғандан алып объектты файҙаланыуға тапшырғанға тиклем йәмәғәтселәр, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, дәүләт власы органдары вәкилдәре туранан-тура баһалаясаҡ. Төркөм ағзаларының иғтибар үҙәгендә: 1) төҙөлөш-монтаж эштәренең сифаты; 2) тәбиғи ландшафтты эргономик файҙаланыу; 3) мәҙәни үҫемлектәр, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, япмалар, пандустар, функциональ майҙансыҡтар, инеү төркөмдәре, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыуҙа бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәү; 4) парк биләмәһендә дәүләт һаҡлауы предметы булған төбәк әһәмиәтендәге бөтә мәҙәни мираҫ объекттарын тәүге ҡиәфәтендә һаҡлау. 13 майҙа был паркты төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт күҙәтеүенең ваҡытлыса эшсе төркөмөнөң беренсе ултырышы үтте. Йәмәғәт күҙәтеүселәре паркты ҡараны, башҡарыласаҡ эштәр күләмен баһаланы, объекттың йөкмәткеһе буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты, подрядсы компания вәкиленә һорауҙар бирҙе. – Беҙҙең маҡсат-реконструкция үткәргәндә ҡануниәттең үтәлешен контролдә тотоу, парктың тарихи ҡиәфәтен, уның биләмәһендәге һәйкәлдәрҙе һаҡлауҙы контролдә тотоу. Торлаҡ – коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәренә, подрядсыларға эштең нисек барыуын аңлар өсөн һорауҙар бирәсәкбеҙ. Әле беҙ юл башында ғына, алда етди ижади эш көтә. Бындай осрашыуҙар даими үткәреләсәк, һөҙөмтәлә парк матурланыр, өфөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ, – тине Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров һүҙҙәренсә, парк күптән реконструкция талап итә, һуңғы тапҡыр ул 1980 йылда үткәрелгән. –Әлеге күләмле проект паркты тулыһынса яңыртыуҙы, әммә уның тарихи өлөшөн һаҡлап ҡалыуҙы күҙ уңында тота. Фонтандарҙы реконструкциялау, балалар өсөн уйын ҡорамалдары, интерактив майҙансыҡ ҡуйыу ҡаралған. Бында туристик-мәғлүмәт үҙәге барлыҡҡа киләсәк, унда теләгән һәр кем республикабыҙҙың иҫтәлекле урындары тураһында белә аласаҡ, – тип аңлатты Арыҫланбәк Хәйҙәров. Эшсе төркөм ағзалары парктың тарихи йүнәлешен һаҡлауҙың мөһимлегенә баҫым яһаны. Мәҫәлән, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, тарихсы Рәмил Рәхимов, В.И. Ленин исемендәге парк, мемориаль парк булараҡ, Мәскәүҙәге Александровский баҡсаһы йәки Санкт-Петербургтағы Марс яланы кеүек объекттар менән бер рәттә тора, тип билдәләне. – Парк сәнғәтендә мемориаль парктар кеүек йүнәлеш бар. Мәҫәлән, Санкт-Петербургта Марс яланы, Мәскәүҙә Александровский баҡсаһы. Өфөлә – Ленин исемендәге парк, ул революцияға тиклем булдырылһа ла, республиканы модернизациялауҙың совет проектына арналған. Бында Мәжит Ғафури, революционерҙар ҡәберҙәре, Матросов һәм республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимов һәйкәле урынлашҡан, ул заводтарҙың совет етәкселәренән сыҡҡан. Шуға күрә парк үҙ йүнәлешен һаҡлап ҡалырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Шулай уҡ бәҙрәф эшләргә кәрәк, – тине Рәмил Рәхимов. Бының менән Башҡортостандың экскурсоводтар, гид-тәржемәселәр, Инструктор-оҙатыусылар ассоциацияһы рәйесе, ваҡытлыса эшсе төркөм ағзаһы Светлана Глушкова ла теләктәшлек белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Өфөгә килгән туристар мегаполистың шау-шыулы үҙәгенән тыныс мөйөшкә эләгеүҙәренә һоҡлана. “Владимир Ильич Ленин исемендәге парк – өфөләр өсөн мөһим урын. Бында, мегаполиста булғанда, үҙең менән генә тынлыҡта булырға мөмкин. Быуаттар буйына үҫкән йүкәләр һәм иҫке ҡарағайҙар күләгәһендә йөрөргә, Өфө тарихына ҡағылырға мөмкин. Баш ҡала ҡунаҡтары шау-шыулы ҡала үҙәгендәге был тыныслыҡ утрауына һоҡлана. 1824 йылда ҡалабыҙҙа булған император Александр I: “Яңыһын төҙөгәс, иҫкеһен һаҡлап ҡалыр инегеҙ! – тип әйтә. Өфөләр паркты реконструкциялағанда уның йөҙө һаҡланыр тип өмөтләнә: фонтандар яңынан эшләй башлар, һәйкәлдәр реставрацияланыр, – тине Светлана Глушкова. Эшсе төркөм ағзалары һәйкәлдәрҙе, ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы һаҡлауға, проект ҡарарҙарына, мәҫәлән, тарихи, мемориаль паркта балалар майҙансығы булдырыуҙың маҡсатҡа ярашлылығына һәм башҡаларға ҡағылышлы үҙ һорауҙарын һәм теләктәрен “Альбит” компанияһы етәксеһе Сергей Минеевҡа бирҙе. Ул проекттың төп йөкмәткеһе тап тарихи ҡомартҡыларҙы һәм парктың йөҙөн һаҡлауҙан тора, шул уҡ ваҡытта уны кешеләр өсөн ҡыҙыҡлы итеү бурысы ҡуйылған, тип һөйләне. Реконструкция проекты тәүҙә өфөләрҙең теләктәрен иҫәпкә алып әҙерләнде. – Миҫал өсөн балалар майҙансығын алайыҡ. Уны Башҡорт драма театры эргәһендәге паркта йыһазландырыу планлаштырыла. Хәҙер унда буш биләмә бар, унда балаларын театрҙа үткәрелгән дәрестәргә алып килгән әсәйҙәр ваҡытын үткәрә. Беҙ унда нимә барғанын ҡарап йөрөнөк. Әсәйҙәр, коляскалағы бәләкәй балаларын нисек тә булһа әүрәтергә тырышып, эскәмйәлә ултыра. Сабыйҙар эскәмйәлә ултырырға, сәскә түтәленә ҡарарға теләмәй. Шуға күрә беҙ был майҙансыҡты төҙөкләндерергә, уны ҡыҙыҡлыраҡ итергә булдыҡ. Шул уҡ ваҡытта бында каруселдәр, ниндәй ҙә булһа шау-шыулы аттракциондар, балалар ҡаласығы булмаясаҡ. Майҙансыҡ һәм уйын ҡорамалдары тыныс тондарҙа һаҡланасаҡ, – тип аңлатты Сергей Минеев. Подрядсы компания етәксеһе шулай уҡ, реконструкциянан һуң парктағы һәр мөйөш ҡыҙыҡлы булырға тейеш, тип һөйләне. Хәҙер, мәҫәлән, бында ағастар ныҡ ҡаплаған яҡтылыҡ аҙ булған урындар бар, улар ял итеү өсөн ҡулланылмай. Сергей Минаев йәмәғәтселәрҙе бөтә ағастар һаҡланасаҡ, тик авария хәлендәге өс ағас ғына ҡырҡыласаҡ, тип ышандырҙы. Шулай уҡ ҙур йәшелләндереү ҡаралған. Реконструкциянан һуң фонтандар яҡтылыҡ шоуы иҫәбенә тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ була, парк киңлегенә уңайлы мөхит элементтарын интеграциялайҙар. Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлап ҡалыуҙы иҫәпкә алып, улар, атап әйткәндә, баҫҡыстар булып тора. Өҫтәмә эскәмйәләр ҡуясаҡтар. Парк тирәләй йүгереү өсөн резина юл һалынасаҡ. Ул сағыу булмаясаҡ һәм рельеф менән тиерлек ҡушыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, паркты реконструкциялау “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә алып барыла. Рәмилә МУСИНА фотолары.
12 майҙа Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан В.И. Ленин паркы ябылды, сөнки унда төҙөкләндереү эштәре башланды. 2025 йылға план буйынса ағастарҙы нығытыу, күп йыллыҡ ҡыуаҡтар ултыртыу, коммуникацияларҙы алмаштырыу, юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. Парк 2026 йылдың 11 октябренә асылырға тейеш. Яңыраҡ Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ултырышында республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса В.И. Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт күҙәтеүенең ваҡытлыса эшсе төркөмө составы раҫланды. Эшсе төркөм етәксеһе итеп Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов раҫланды. Паркты реконструкциялау буйынса эштәр барышын әҙерлек эштәре башланғандан алып объектты файҙаланыуға тапшырғанға тиклем йәмәғәтселәр, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, дәүләт власы органдары вәкилдәре туранан-тура баһалаясаҡ. Төркөм ағзаларының иғтибар үҙәгендә: 1) төҙөлөш-монтаж эштәренең сифаты; 2) тәбиғи ландшафтты эргономик файҙаланыу; 3) мәҙәни үҫемлектәр, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, япмалар, па