Архангел үҙәк район дауаханаһына ике хирургик яҡтыртҡыс килтерелде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Хирургик яҡтыртҡыстар операция, диагностик тикшереүҙәр яһаған ваҡытта әмәлиәт урынын яҡтыртыу өсөн кәрәк, тип белдерә белгестәр. Улар яҡтылыҡ биреп кенә ҡалмай, кәрәкле урынға күсереп йөрөтөүе лә уңайлы. - Яңы яҡтыртҡыстар һөҙөмтәһендә юғары сифатлы медицина ярҙамын күрһәтергә була, - тип белдергән Архангел үҙәк район дауаханаһы баш табибы Юлай Мәжитов. Башҡортостанда медицина юғары технологиялы, заманса була бара. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһының үҫеше тәү сиратта ғүмер оҙайлылығын арттырыу һәм республикала йәшәүселәрҙең медицина ярҙамынан ҡәнәғәт ҡалыуы өсөн кәрәк. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.