Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанда МХО-ны яҡтыртыусы хәрби журналистар өсөн ярҙам саралары индерелә

Башҡортостанда махсус хәрби операция зонаһында эшләгән хәрби журналистар өсөн ярҙам сараларын индерергә ниәтләйҙәр. Тейешле закон проектын шаршамбы, 14 майҙа, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышында ҡаранылар. Комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов закон проектын күптән көтөлгән тип атаны. “Закон проекты дәүләт сәйәсәтенең ҡиммәт ориентирҙарын һәм өҫтөнлөктәрен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында кешеләргә дөрөҫ мәғлүмәт алыу, һаҡлау һәм еткереү өсөн үҙ ғүмерҙәрен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең билдәле бер категорияларына дәүләт ярҙамы сараларын билдәләй", — тине ул. Проект махсус хәрби операция зонаһында һәм контртеррористик операция режимы ғәмәлдә булған территорияларҙа эшләгән редакция хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын көсәйтергә, “уларға лайыҡлы тормош, әүҙем эшмәкәрлек, профессионализмы һәм ҡыйыулығы өсөн йәмғиәттә почет һәм хөрмәт булдырыу” менән тәьми

Башҡортостанда махсус хәрби операция зонаһында эшләгән хәрби журналистар өсөн ярҙам сараларын индерергә ниәтләйҙәр. Тейешле закон проектын шаршамбы, 14 майҙа, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышында ҡаранылар. Комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов закон проектын күптән көтөлгән тип атаны. “Закон проекты дәүләт сәйәсәтенең ҡиммәт ориентирҙарын һәм өҫтөнлөктәрен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында кешеләргә дөрөҫ мәғлүмәт алыу, һаҡлау һәм еткереү өсөн үҙ ғүмерҙәрен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең билдәле бер категорияларына дәүләт ярҙамы сараларын билдәләй", — тине ул. Проект махсус хәрби операция зонаһында һәм контртеррористик операция режимы ғәмәлдә булған территорияларҙа эшләгән редакция хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын көсәйтергә, “уларға лайыҡлы тормош, әүҙем эшмәкәрлек, профессионализмы һәм ҡыйыулығы өсөн йәмғиәттә почет һәм хөрмәт булдырыу” менән тәьмин итергә тәҡдим итә. Хәрби журналист, хәрби журналистика хеҙмәткәре һәм хәрби журналистика ветераны статусын закон менән билдәләргә тәҡдим ителә. Улар өсөн дәүләт ярҙамы саралары индереләсәк, атап әйткәндә, йәрәхәтләнгән осраҡта бындай киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ала аласаҡ, улар һәләк булған осраҡта аҡса ғаиләгә түләнәсәк. Шулай уҡ бындай редакция хеҙмәткәрҙәре өсөн шифаханаларҙа дауалау ойошторола. Ярҙам сараларын алыу өсөн хәрби журналистика ветераны һәм һәләк булған хәрби журналистика хеҙмәткәренең ғаилә ағзаһы танытмаларын индерергә тәҡдим ителә. Ярҙам сараларын күрһәтеү тәртибен хөкүмәт билдәләйәсәк. Улар сит ил агенттарына, экстремистик йүнәлештәге енәйәттәрҙә ҡатнашҡан кешеләргә, коммерция һәм реклама баҫмалары хеҙмәткәрҙәренә һәм башҡа ҡайһы бер категория кешеләргәгә ҡағылмай. Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә оҙайлы ярҙам мәғлүмәт сәйәсәтенең төп элементтарының береһе булырға тейеш, тип билдәләне Рөстәм Ишмөхәмәтов. Башҡортостан бюджетынан закон проектын тормошҡа ашырыуға сығымдар МХО зонаһына командировкаға ебәрелгән 11 киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән дөйөм 60 көндән ашыу булғанда 8,9 миллион һум тәшкил итә ала, шуларҙың 5,5 миллионы — хәрби журналистар һәләк булған осраҡта ғаиләләргә түләүҙәр, 2,7 миллионы — имгәнгән журналистарға түләүҙәр, 662 меңе — шифаханаға юлламалар, 3,8 меңе —таныҡлыҡтар әҙерләүгә. Төбәк башлығы һәм парламенттағы прокуратура вәкилдәре, шулай уҡ Юстиция министрлығы идаралығы был башланғысты хуплай, хөкүмәт вәкиле проектты концептуаль яҡтан хуплай, әммә уға төҙәтмәләр индерелеүе мөмкинлеген кире ҡаҡмай. Сығанаҡ: РБК.