Ил инәһе, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм Бураҡаеваның тел тураһында әйткән фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ: - Туған тел – милләт ҡотон һаҡлаусы ҡуҙ. Халыҡты милләт итеп туплаусы төп шарт. Туған тел – тарихыбыҙға, ижадыбыҙға, ғөмүмән тотош рухи байлығыбыҙға юл асыусы алтын асҡыс. - Туған тел – кеше сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаусы, нерв күҙәнәктәрен яйға һалыусы, ҡан баҫымын көйләүсе туған моң ул. Туған телен белмәгән кеше һаулыҡ сығанағы булған туған моңдан мәхрүм була. - Туған тел – ҡан туғандарҙың бер-береһен күҙгә күренмәҫ нурҙар менән тоташтырыусы күңел тартымы. - Туған тел – ул ҡан хәтерен уятыусы төп шарт. Беҙ үткәндәребеҙгә фәҡәт туған тел аша ғына ҡайта алабыҙ. - Туған тел – ул рухи туғандарҙы бер мөхиткә туплаусы, йән йылыһы булдырыусы, бер үк маҡсат менән йәшәргә ҡеүәт уятыусы көс. - Туған тел – ете быуын аша, ҡандан ҡанға күсә килгән хәтеребеҙҙе, һәләтебеҙҙе, ҡеүәтебеҙҙе уятыусы ҡеүәт.
Ил инәһе, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм Бураҡаеваның тел тураһында әйткән фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ
14 мая 202514 мая 2025
~1 мин