Найти в Дзене

"Батша" Суворов миҙалын алған

Башҡортостан һалдаттары махсус хәрби операцияла ҡаһарманлыҡтар күрһәтеүен, дошманды сигендереүен дауам итә. Мәҫәлән, Мәсетле районынан "Батша" позывнойлы яугирға дәүләт наградаһы тапшырылған. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин белдереүенсә, "Батша" кеүек батыр йөрәклеләр булғанда, Рәсәйгә бер дошман да инә алмаясаҡ, күгебеҙ һәр саҡ аяҙ буласаҡ. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, яҡташыбыҙға Рәсәй Оборона министрлығының юғары наградаһы – Суворов миҙалы тапшырылған. – "Батша" менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, ул ысын ил һаҡсыһы, – тип һөйләнеләр Мәсетле районының Йонос ауыл советы хакимиәтенән. – Ғөмүмән, беҙҙең яҡ егеттәре батыр ҙа, һиҙгер ҙә һәм тырыш булыуҙары менән дә ныҡ ҡына айырылып тора, бурыстарына етди ҡарауҙарын телгә алыу артыҡ. Арыҫлан йөрәкле яҡташыбыҙҙың яҡын туғандары менән дә аралаштыҡ. "Ул мәктәптә тик "биш" билдәләренә генә уҡыған, спорт менән даими шөғөлләнгән, үҙенең ошо күркәм сифаттары менән бүтәндәргә өлгө ролен үтәгән, улай ғына ла түгел, үҙенең артынан эйәрткән. – Һ

Башҡортостан һалдаттары махсус хәрби операцияла ҡаһарманлыҡтар күрһәтеүен, дошманды сигендереүен дауам итә. Мәҫәлән, Мәсетле районынан "Батша" позывнойлы яугирға дәүләт наградаһы тапшырылған. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин белдереүенсә, "Батша" кеүек батыр йөрәклеләр булғанда, Рәсәйгә бер дошман да инә алмаясаҡ, күгебеҙ һәр саҡ аяҙ буласаҡ. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, яҡташыбыҙға Рәсәй Оборона министрлығының юғары наградаһы – Суворов миҙалы тапшырылған. – "Батша" менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, ул ысын ил һаҡсыһы, – тип һөйләнеләр Мәсетле районының Йонос ауыл советы хакимиәтенән. – Ғөмүмән, беҙҙең яҡ егеттәре батыр ҙа, һиҙгер ҙә һәм тырыш булыуҙары менән дә ныҡ ҡына айырылып тора, бурыстарына етди ҡарауҙарын телгә алыу артыҡ. Арыҫлан йөрәкле яҡташыбыҙҙың яҡын туғандары менән дә аралаштыҡ. "Ул мәктәптә тик "биш" билдәләренә генә уҡыған, спорт менән даими шөғөлләнгән, үҙенең ошо күркәм сифаттары менән бүтәндәргә өлгө ролен үтәгән, улай ғына ла түгел, үҙенең артынан эйәрткән. – Һуғыштың йәһәтерәк тамамланыуын көн-төн теләйбеҙ, һүҙ ҙә юҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың барыһы ла тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын ине, – тип һөйләне "Батша"ның туғандары. – Ул ҡыйыу аҙымдар яһаған – һөжүм ваҡытында ҡурҡыу белмәгән, иң беренсе булып алға ташланған, яуҙаштарына ҡалҡан булып торған, терәк пункттағы дошманды артҡа сигендергән, юҡ иткән һәм унда иптәштәре менән үҙҙәре нығынған, ҡыҫҡаһы, яҡыныбыҙҙың батырлыҡтарын һанап бөтөрөрлөк түгел. Фото: atributia.ru