Мин – Өфө ҡыҙы. Ҙур ҡалала тыуғанмын, үҫкәнмен һәм киләсәктә лә унда йәшәргә уйлағайным да бит. Булманы. Зарифты осраттым да башымды юғалттым. Ул - ябай ауыл егете. Республикабыҙҙың төпкөл ерҙәренең береһендә йәшәй. Мин юғары уҡыу йортонда юрист һөнәренә, ул училищела иретеп йәбештереүсегә уҡып йөрөгән саҡта таныштыҡ. Мыҡты кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле, ҡара күҙле бик сибәр егет ул. Холҡо ла бына тигән. Йомарт, шаян, минең өсөн үлә яҙып тора. Ябайыраҡ, әлбиттә, тик бөгөнгө “ҡатмарлы” кешеләр араһында быны өҫтөнлөк тип күрҙем. Ҡыҫҡаһы, башымды юғалтып ғашиҡ булдым. Дуҫлашып йөрөүебеҙгә йыл булды тигәндә беҙ уҡып бөттөк, һәм Зариф тәҡдим яһаны. Тик шунда уҡ шартын ҡуйҙы: ауылда йәшәйәсәкбеҙ. Әлбиттә, ризалаштым. Ҡала уңайлыҡтары тип шундай шәп егеттән баш тартып ултырып булмай бит инде. Ә ауылдарына танышырға барғас, иҫем китте: унда ла ҡалалағынан яҡшыраҡ йәшәргә була икән! Ҙур иркен йорттарына газ ингән, йылы һыуы ағып тора, бәҙрәф өйҙә – рәхәтләнеп йәшә. Һөйгәнемде ғаиләһе лә бик тырыш һ