Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

МИЛЛӘТТӘШКӘ

МИЛЛӘТТӘШКӘ Хоҙай биргән хазинам ул Телкәйем. Күңелемә һәр ынйыһын Теркәйем. Әсәйемдән күскән миңә Нур булып. Көс алыр ҙа, сығыр йәнә Урғылып. Башҡортомдоң мөһөрө ул, Рух заңы. Алмаштырмаҫ уны инглиз, Руссаһы. Ғаризалар яҙып унан Биҙмәйек. Балаларға һеңдерер юл Эҙләйек. Хоҙай биргән ниғмәттең тел Олоһо. Йөҙ сөйөрмә унан, башҡорт Балаһы! (Айһылыу Ғәрифуллина)

МИЛЛӘТТӘШКӘ

Хоҙай биргән хазинам ул

Телкәйем.

Күңелемә һәр ынйыһын

Теркәйем.

Әсәйемдән күскән миңә

Нур булып.

Көс алыр ҙа, сығыр йәнә

Урғылып.

Башҡортомдоң мөһөрө ул,

Рух заңы.

Алмаштырмаҫ уны инглиз,

Руссаһы.

Ғаризалар яҙып унан

Биҙмәйек.

Балаларға һеңдерер юл

Эҙләйек.

Хоҙай биргән ниғмәттең тел

Олоһо.

Йөҙ сөйөрмә унан, башҡорт

Балаһы!

(Айһылыу Ғәрифуллина)