Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тәүге ун яугиргә тантаналы рәүештә реабилитацияға сертификат бирҙеләр

12 майҙа тәүге ун яугиргә тантаналы рәүештә реабилитацияға сертификат бирҙеләр. Реабилитациял курсы бөгөн Өфөләге “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында башланды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау үҙәге урынлаша. - Иң тәү сиратта һеҙгә әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға терәк булыу өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән был шифаханала Республика реабилитация үҙәге төҙөкләндереләсәк, - тип мөрәжәғәт итте яугирҙәргә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов. Әйткәндәй, Башҡортостан - илдә яугирҙәрҙе реабилитациялау һәм уларҙың ғаиләләрен һауыҡтырыу программалары тормошҡа ашырыла башлаған төбөктәрҙең береһе. 2023 йылдан МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен санаторий-курорт дауалауы менән тәьмин итеү буйынса сара тормошҡа ашырыла. Бушлай юлламаларҙы биләй башлағандан алып, был мөмкинлектән

12 майҙа тәүге ун яугиргә тантаналы рәүештә реабилитацияға сертификат бирҙеләр. Реабилитациял курсы бөгөн Өфөләге “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында башланды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау үҙәге урынлаша. - Иң тәү сиратта һеҙгә әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға терәк булыу өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән был шифаханала Республика реабилитация үҙәге төҙөкләндереләсәк, - тип мөрәжәғәт итте яугирҙәргә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов. Әйткәндәй, Башҡортостан - илдә яугирҙәрҙе реабилитациялау һәм уларҙың ғаиләләрен һауыҡтырыу программалары тормошҡа ашырыла башлаған төбөктәрҙең береһе. 2023 йылдан МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен санаторий-курорт дауалауы менән тәьмин итеү буйынса сара тормошҡа ашырыла. Бушлай юлламаларҙы биләй башлағандан алып, был мөмкинлектән МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре - 6,5 мең кеше файҙаланған. МХО яугирҙәре инвалидлығы проблемаларының күп аспекттарҙан тороуы комплекслы реабилитация алымының мотлаҡ икәнлеген күрһәтә. Был йәһәттән әлеге ваҡытта Башҡортостанда “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы базаһында Республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар комплекслы реабилитация үҙәген ойоштороу буйынса әүҙем әҙерлек эштәре алып барыла. МХО-ла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауға сертификаттар менән тәьмин итеү һәм башҡа категория инвалидтары өсөн быйыл республика бюджетынан 90 миллион һум аҡса бүленгән. Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26726/