Бөгөн, 13 майҙа, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезының пленар ултырышында ҡатнашты. Делегаттар полилингваль белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре һәм тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа төп бурыстар тураһында фекер алышты. Съезд эшендә Рәсәй Дәүләт Думаһы, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, ҡала һәм райондарҙың мәғариф идаралығы начальниктары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, шулай уҡ Татарстан, Сыуашстан, Удмурт республикаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Ырымбур, Ҡурған, Һамар һәм Силәбе өлкәләренән ҡунаҡтар ҡатнашты. Үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы башҡорт телен өйрәнеү йүнәлешендәге төп шарттарҙы атаны. Башҡортостан өсөн ғаиләне һәм мәктәпкәсә белем биреү системаһының бөтә кимәлдәрен үҙ эсенә алған этно-мәҙәни тәрбиә системаһын яйға һалыу мөһим. Был эш бөгөн 800-ҙән ашыу балалар баҡсаһында башҡарыла. Шулай ҙа Радий Хәбиров билдәләүенсә, күп кенә мөһим йүнәлештәр буйынса башҡараһы эштә