Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан үткәрелгән тантаналы сараларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар – “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ҡарамағындағылар һәм уларҙың кураторҙары – Башҡортостан буйынса ФЗО филиалының социаль координаторҙары әүҙем ҡатнашты. Баймаҡ районынан 35 МХО-ла ҡатнашыусы - ҡыҫҡа ваҡытлы отпускка ҡайтҡан, яраланып демобилизацияланған, ауыр яраланған инвалидтар тантаналы маршта, бронялы разведка-дозор машинаһында һәм квадроциклдарҙа парадта үтте. Баймаҡ - Өфө велоуҙышы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүҙең мөһим бер өлөшө булды. МХО -ла ҡатнашып, хәрби йәрәхәт алған Әмир Әхмәров та унда ҡатнашты. Велоуҙышта ҡатнашыусылар менән бергә Әмир Темәс ауылынан Өфөгә тиклем 480 километр араны үтте. Дүртөйлө районында МХО ветерандарының улдары Советтар Союзы Геройы Василий Горшковтың тыуған яғына - “Дүртөйлө – Байгилде” велоуҙышында ҡатнашты. Балалар атайҙары менән ғорурлана һәм патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша, дуҫтарын да йәлеп итә. Республика
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды ҡарамағындағылар һәм уларҙың кураторҙары әүҙем булды
13 мая 202513 мая 2025
2 мин