Рәсәй Оборона министрлығының агитпоезы бөгөн Өфөлә туҡталып китте. “Хәтерҙә – берҙәмлек. Батырлыҡта – көс!” акцияһын Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡы ла күрҙе, Бөйөк Ватан һуғышына һәм РФ-тың хәҙерге Ҡораллы Көстәренә арналған уникаль экспонаттарҙы ҡараны. Агитпоезды перронда МХО яугирҙәре, кадеттар, йәш армиясылар, ветерандар һәм патриотик ойошмалар вәкилдәре ҡаршыланы. Тантаналы митинг ойошторолдо. Акция етәксеһе контр-адмирал Александр Гринкевич йыйылған халыҡты тәбрикләне. – Поезд составына һигеҙ тематик вагон инә. Улар РФ Ҡораллы көстәренең төрҙәренә, төрлө ғәскәрҙәргә, шулай уҡ Европала фашизм барлыҡҡа килә башлаған осорға арналған. Ҡораллы Көстәрҙең үҙәк музейы үҙ экспозицияһын ҡуйҙы. Дүрт платформала НАТО-ның трофей техникаһы урын алды. Был күргәҙмә – беҙҙең Украина халҡы менән түгел, ә НАТО илдәре менән көрәшеүебеҙгә дәлил. Беҙ армия менән халыҡтың берҙәмлеген күрһәтергә, хәрбиҙәребеҙҙең уңыштары тураһында һөйләргә ынтылабыҙ, – тине ул. БР Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов т