Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Халыҡ почтальонын һайлауҙа ҡатнашығыҙ

Рәсәйҙә “Халыҡ почтальоны” өсөн интернет-тауыш биреү башланды. Унда ҡатнашыусылар “Рәсәй Почтаһы” акционерҙар йәмғиәте булышлығында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Рәсәй ауылы” проекты һәм Рәсәй ауыл йәштәре союзы үткәргән “Земство почтальоны” конкурсы номинацияларының береһендә еңеүсене һайлай. Рәсәй Почтаһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә ауыл ерендә һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән почтальондарға ярҙам итә алаһығыҙ. Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан почтальондар — конкурстың эксперт жюри билдәләгән төбәк этаптары еңеүселәре. Башҡортостан Республикаһы исеменән Ғафури районының Родина ауылынан Зилә Романова сығыш яһай, ул почтальон булып ун йыл эшләй. Зилә Романоваға “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге аккаунтығыҙҙан clck.ru/3Lzkmt һылтанмаһы аша инеп тауыш биреп ярҙам итергә мөмкин. Унда Волга буйы федераль округынан финалсылар тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған. Тауыш биреү 2025 йылдың 5 июненә тиклем дауам итә. Бөтә Рәсәй “Ауыл почтальоны” конкурсы тәү

Рәсәйҙә “Халыҡ почтальоны” өсөн интернет-тауыш биреү башланды. Унда ҡатнашыусылар “Рәсәй Почтаһы” акционерҙар йәмғиәте булышлығында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Рәсәй ауылы” проекты һәм Рәсәй ауыл йәштәре союзы үткәргән “Земство почтальоны” конкурсы номинацияларының береһендә еңеүсене һайлай. Рәсәй Почтаһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә ауыл ерендә һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән почтальондарға ярҙам итә алаһығыҙ. Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан почтальондар — конкурстың эксперт жюри билдәләгән төбәк этаптары еңеүселәре. Башҡортостан Республикаһы исеменән Ғафури районының Родина ауылынан Зилә Романова сығыш яһай, ул почтальон булып ун йыл эшләй. Зилә Романоваға “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге аккаунтығыҙҙан clck.ru/3Lzkmt һылтанмаһы аша инеп тауыш биреп ярҙам итергә мөмкин. Унда Волга буйы федераль округынан финалсылар тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған. Тауыш биреү 2025 йылдың 5 июненә тиклем дауам итә. Бөтә Рәсәй “Ауыл почтальоны” конкурсы тәүге тапҡыр үткәрелә. Унда илдең 86 төбәге ҡатнаша. Конкурстың беренсе этабында 3000-дән ашыу ғариза килгән. Конкурстың финалына 86 кеше сыҡҡан. Йомғаҡлау ярышы 5 июндә Мәскәүҙә үтәсәк, ә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 6 июндә “Рәсәй” милли үҙәгендә ауыл хеҙмәтсәндәре форумында үтәсәк. Конкурста еңеүсе 250 000 һум күләмендә аҡсалата приз аласаҡ, ә интернет-тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайланған “Халыҡ почтальоны” - 150 000 һум. Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-05-13/zhiteli-bashkirii-vyberut-narodnogo-pochtalona-4232399 Фото предоставлено пресс-службой Башкирского отделения АО «Почта России».