13 майҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм БАССР Халыҡ комиссарҙары советы Рәйесе Сабир Әхмәтйән улы Ваһапов иҫтәлегенә арналған “Бөтәһе лә фронт өсөн! Барыһы ла еңеү өсөн!” тип аталған түңәрәк өҫтәл булды. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың стратегик роле, тыл хеҙмәтсәндәренең, республика йәштәренең дошманды еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләшелде. Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Хәйривари улы Сәғитов сығыш яһаны. Сарала Сабир Ваһаповтың улы Урал Ваһапов ҡатнашты, ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дәүләт эшмәкәре һәм остаз булған атаһы тураһында һөйләне. Сабир Әхмәтйән улы 1904 йылдың 10 майында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы) тыуған. 1940 йылдың февралендә Сабир Ваһапов БАССР Халыҡ комиссарҙары советы Рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1946 йылдың 20 апреленд
Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Сабир Ваһапов иҫтәлегенә арналған түңәрәк өҫтәл
13 мая 202513 мая 2025
2 мин