2025 йылдың 1 сентябрендә, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында удмурт телен тәрән өйрәнеүгә нигеҙләнгән полилингваль мәктәп асыла. Был хаҡта Өфөлә үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында билдәле булды. Удмурт Республикаһынан делегат – ошо республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Тамара Ворожцова Башҡортостан етәкселегенә туған телдәрҙе, шул иҫәптән удмурт телен өйрәнеүгә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. - 1 сентябрҙә Тәтешле районында удмурт телен тәрән өйрәнеүгә нигеҙләнгән полилингваль гимназия асыласағын беләм. Беҙ был мәктәп менән танышбыҙ, сөнки уҡыусылары беҙгә удмурт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаға килә. Мин белем усағының статусы үҙгәреүгә һәм мәктәптең яңы сифатта асылыуына бик шатмын. Бөгөн этномәҙәни белем биреүҙе, ике телле, полилингваль белем биреүҙе ойоштороу буйынса бик күп ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны. Удмурт Республикаһында ла ике телле мәктәптәр бар, ә бына полилингваль белем усаҡтары юҡ. Ш