"Уфа" позывнойлы яугир —Хәйбулла районынан. Ул районда мәктәпте тамамлағандан һуң, Мәскәү авиация институтында уҡыуын дауам иткән. 2022 йылдың сентябренән махсус хәрби операцияла. Хәрби яралар алһа ла рух ныҡлығын юғалтмаған. Әлеге мәлдә тыуған яҡтарында ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла. Тыйнаҡ, аҙ һүҙле йәш офицер бөтә егеттәр менән бергә Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә. Яугиргә именлек һәм тиҙерәк өйгә ҡайтыуын теләйбеҙ!