Полиция хеҙмәткәрҙәре Белорет милицияһының өс геройының иҫтәлеген мәңгеләштерҙе. Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге яңы бинаға күскәнлектән, элек ҡуйылған мемориаль таҡтаташтар һүтеп алынды, реставрацияланды һәм яңы урынға күсерелде. Тантаналы сарала эске эштәр бүлеге етәкселеге һәм шәхси составы, ветерандар һәм Йәмәғәт советы ағзалары ҡатнашты. Һәр кем геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға килгән. Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/r-smi-b-lek/2025-05-13/memorial-ta-talar-asyldy-4232461
Полиция хеҙмәткәрҙәре Белорет милицияһының өс геройының иҫтәлеген мәңгеләштерҙе
13 мая 202513 мая 2025
~1 мин