Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

🌼Бөгөн - бәпембә көнө

🌼Бөгөн - бәпембә көнө🌼

Ҡояш сәскәһенең әле гөрләп сәскә атҡан мәле. Уның сәскәһенән бик тәмле һәм шифалы бал эшләп алырға була. Уның өсөн:

🌼400 бәпембә сәскәһе,

🌼1 кг шәкәр,

🌼ярты лимон һуты (ярты балғалаҡ лимон кислотаһы),

🌼1 литр һыу кәрәк буласаҡ.

☘️Иң башта сәскәләрҙе йыуып, өҫтөнә 1 литр һыу ҡойоп 30 минут ҡайнатып алабыҙ. Унан сәскәләрҙе һөҙөп алып, һутҡа шәкәр өҫтәп 45 минут ҡайнатабыҙ. Уттан алырҙан алда лимон һуты ҡушып болғайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡайнатма һыуығас бал кеүек ҡуйырып китә. Баллы сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!