Өфө – Инйәр – Белорет трассаһын ремонтлау "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") сиктәрендә старт алды. Был хаҡта транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Әлеге ваҡытҡа иҫке полотно алынып, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат һәм Ҡарлыман ауылдары эргәһендә дөйөм оҙонлоғо 2,7 саҡрымлыҡ ике юл участкаһына тигеҙләү ҡатламы һалынған. Артабан бында яңы асфальт-бетон япма һалынасаҡ, юл ситтәре нығытыласаҡ һәм билдәләр ҡуйыласаҡ. – Был Өфө – Инйәр – Белорет юлы – туристик йүнәлеш һәм республиканың бер нисә районын тоташтыра, Архангель, Белорет, Ғафури райондарында урынлашҡан билдәле иҫтәлекле урындарға юл күрһәтә. Мәҫәлән, Инйәр ҡаяларына, Ямантау, Ирәмәл тауҙарына, Абҙан шарлауығына һәм башҡа күренекле ерҙәргә, – тип уртаҡлашты республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков. 2025 йылда был юлдың дөйөм оҙонлоғо 24,3 саҡрым тәшкил иткән ете участкаһын ремонтлау күҙаллана. Белгестәр Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Архангел