Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Асарбаҡтың хыялы тормошҡа ашҡан!

Элина социаль селтәрҙәрҙә “Асарбаҡ менән осрашыу” челленджы үткәргән. Өйһөҙҙәр өсөн приютта Рөстәмгә юлыға – ул балалар йортонда тәрбиәләнгән, тик үҙенә тейешле торлаҡты ала алмайынса урамда тороп ҡала. Төрлө эштәр башҡара, подъездарҙа йоҡлап йөрөй. Шулай йөрөй торғас, табанын туңдыра, уны ҡырҡырға тура килгән, тип хәбәр итә “Честный репортаж” телеграм каналы. Элина Рөстәмде йыуындырып, кейендереп, осрашыу ойошторған. Унда Рөстәм эстрадаға сығырға хыялланыуы тураһында һөйләгән. Һәм бына бер йылдан һуң уның хыялы тормошҡа ашҡан - ул тәүге клибын сығарған. Хәҙер уны концерттарҙа ҡатнашырға саҡыралар. Рөстәмдең тормошо ыңғайлап китеүенә беҙ ҙә шатланабыҙ, артабан да дәртләнеп хыялдарын тормошҡа ашырыуын теләйбеҙ. Фото: видеонан скриншот.