Шаран үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (нацпроект "Продолжительная и активная жизнь") ярашлы, өс заманса электрокоагулятор алынды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр. Яңы ҡорамал ярҙамында хирургтар киҫемдәр эшләйәсәк һәм бер юлы туҡыманы көйҙөрөп дауалаясаҡ. Был ваҡ ҡан тамырҙарынан ҡан ағыуын туҡтатырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, электрокоагуляторҙа бер нисә режимда һәм төрлө ағзаларҙа оператив хирургик әмәлиәттәр үткәрергә мөмкин. –Хәҙерге заманда шыма, оҫта башҡарылған мануаль күнекмәләр һәм хирургтың теоретик әҙерлеге уңышлы операцияның нигеҙе булып тора. Ә яҡшы йыһазландырылған операция бүлмәһе һәр саҡ хирургтың уң ҡулы буласаҡ, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Радик Йәнгиров. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайл