Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылда "Һабантуй" халыҡ байрамын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ төбәктең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Республика етәксеһе указына ярашлы, Башҡортостанда тәүге һабан байрамдарын 31 майҙа Ауырғазы, Бишбүләк, Йылайыр, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Ҡалтасы, Яңауыл һәм Шишмә райондарында үткәреү планлаштырыла. 6 июндә һабантуйға Ейәнсура, Нуриман, Хәйбулла райондарында барырға мөмкин. 7 июндә һабантуйҙар Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Баҡалы, Баймаҡ, Бөрө, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Өфө, Саҡмағош райондарында үтәсәк. 12 июндә Әлшәй, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Иглин, Илеш, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Тәтешле, Учалы, Федоровка һәм Шаран райондарында һабан байрамдары ойошторола. 14 июндә һабантуйҙар Туймазы, Салауат, Бүздәк һәм Мишкә райондарында үтә. 20 июндә Көйөргәҙе районында уҙа. 21 июндә һабан байрамын Ғафури һәм Ишемб