Өфө ҡалаһының "Торатау" конгресс-холында "Арктур" тигән X Бөтә Рәсәй профессиональ конкурстың финалы асылды. Уның барышында "Балаларҙың өҫтәмә белем биреү педагогының профессиональ портфеле: әҙерлектән алып үҫешкә тиклем" форумы ла үтте. Конгресс-холл фойеһында "Төҙөү барышында йәшәргә өйрәнәбеҙ" исемле республикабыҙ халыҡтарының милли кейемдәрендә автор ҡурсаҡтарынан торған бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне, уларҙы һәр кем ҡыҙыҡһынып ҡараны. Бынан тыш, Башҡортостан милли уйын ҡоралдары оркестры дәртле көйҙәр уйнаны. Башҡортостандың мәғариф һәм фән минстры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, бөгөн үҙҙәренә иң-иңдәрҙе саҡырғандар, бында балаларҙың йөрәктәренә юл ярыусылар йыйылған, педагогтар бәләкәстәргә үҙҙәренең һәләтен асырға ярҙам итә, улай ғына ла түгел, барыһы ла һәләтле ҡыҙ һәм малайҙарҙы эҙләй һәм йондоҙсоҡтарҙы таба. – Балаларға өҫтәмә белем биреү мәғарифтың бер тармағы ғына түгел, ә тотош ҙур донъя, – тине Илдар Марат улы. – Педагогтар буш ваҡыттарында, эштән һуң да бәләкәстәр менә