Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кәзә һаҡалы йүткергәндә, эс ҡатҡанда, баш ауыртҡанда ярҙам итә

Әле кәзә һаҡалының (первоцвет весенний) шау сәскә атҡан сағы. Тап ошо осрҙа уны йыйырға кәрәк. Был үҫемлек эфир майына, гликозид, флавоноид, аскорбин кислотаһына, каротинға бай. Авитаминоз ваҡытында япрағын салат итеп ашайҙар. Уны сәскә атҡан осорҙа йыйып һәм ҡояшта йәки ҡыҙыу мейестә тиҙ генә киптереп алалар. Яй киптергәндә аскорбин кислотаһы юҡҡа сыға. 1-2 япрағын, татлы һабағын ашаһағыҙ, организмды бер тәүлеккә етерлек С һәм А витаминдары менән байытаһығыҙ. Авитаминоз булғанда кәзә һаҡалының кипкән япраҡтарынан эшләнгән порошокты ҡулланалар, сәй итеп тә эсәләр. Ҡоро йүтәл булғанда был үлән айырыуса файҙалы. Эс ҡатҡанда, көслө баш ауыртыуы булғанда ла ҡулланалар. Быуындар һыҙлағанда ауыртыуҙы баҫа. Грипп, тымау менән сирләгәндә, хроник бронхит булғанда тамырын, сәскә-япраҡтарын төнәтеп, көнөнә 3-4 мәртәбә ярты стакан эсергә кәрәк. ИҒТИБАР! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Автор фотоһы