Найти в Дзене

Банк хеҙмәткәрҙәренә – афарин!

“Альфа-Банк” һәм “МТС Банк” финанс учреждениелары хеҙмәткәрҙәре Оксана Лофиченко менән Юлия Александрова, клиенттары менән аралашҡанда, уның мутлашыусыларға эләгеүен аңлап ҡала.Өфөлә йәшәгән ҡатынға мессенджерҙарҙың береһендә элекке эшләгән еренән смс-хәбәр килә. “Начальнигы” ҡатындың хеҙмәт тураһында мәғлүмәтте сит кешеләргә таратыуын хәбәр итә, шулай уҡ тикшереү үткәреүҙе раҫлаған документтың фотоһын ебәрә.Артабан ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм “Росфинмониторинг” хеҙмәткәрҙәре менән аралаша. Улар хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәүсе мутлашыуҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнә һәм законһыҙ ғәмәлдәрҙе булдырмау өсөн төрлө банктарҙа кредит алырға тейеш була. Һөҙөмтәлә ҡатын ризалаша һәм финанс учреждениеларына юллана. Атап әйткәндә, ул “МТС Банкта” 500 мең, ә “Альфа-Банк”та 300 мең һум кредитҡа аҡса алырға маташа. Бәхеткә күрә, ике ойошмала ла хеҙмәткәрҙәр мутлашыу осрағын аңғара һәм ҡатынға полицияға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә.Полиция хәтерегеҙгә төшөрә: мутлашыусылар йыш ҡына үҙҙәрен һеҙҙең әлеге йәки элекке эшегеҙҙәге етәкселек итеп таныштыра. Улар коллегаларығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ, пенсия түләүҙәрегеҙ тураһында һорашыуҙары йәки бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең дә мәғлүмәттәре таралыуы хаҡында хәбәр итеүҙәре ихтимал. Әгәр һеҙ шундай шылтыратыу йәки хәбәр алһағыҙ, яуап бирергә ашыҡмағыҙ: мәғлүмәтте тикшерегеҙ, туранан-тура эш биреүсегеҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. Бер ҡасан да шәхси һәм финанс мәғлүмәтте сит кешеләргә һөйләмәгеҙ.Сығанаҡ: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Фото: Башинформ.