Бөгөн көндөҙ Өфө - Шишмә юлының 7-се километрында өс автомобиль ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлгән. “Шевроле Нива”ның 78 йәшлек водителе ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. ДАИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, пенсионер Өфөнән Шишмә яғына ҡарай китеп барған. Бер яйланған юлды үтеү урынында ул ҡаршы табан килгән КамАз менән бәрелешә. Көслө бәрелеүҙән “Нива” “Инфинити QX 70”-кә барып һуғыла. Тәүге автомобилдәге водитель ныҡ йәрәхәтләнеп, урында уҡ һәләк була. Медицина хеҙмәткәрҙәренә уның үлемен раҫларға ғына ҡала. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй, авария сәбәптәре тикшерелә. Хөрмәтле водителдәр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ! Үҙегеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың һаулығы өсөн дә яуаплы икәнде онотмағыҙ. Фото: Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәте.